

Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Грозныйҙа үткән “Орфей” халыҡ-ара фестиваль-конкурсында юғары наградаға лайыҡ булды.
Башҡортостандың баритон тауышлы йырсыларының береһе, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Дамир Таипов СССР-ҙың халыҡ артисы Мөслим Магомаев исемендәге V халыҡ-ара фестиваль-конкурсында II дәрәжә лауреат булған.
Башҡорт дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Индира Әсәҙуллина Чечен Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.