Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Декабрь 2022, 15:03

“Ике аҡҡош” моңо мәңге йәшәр

Мәҙәни мөхит Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре асыҡланды.

Роман Шумнов һәм Дүртөйлө районының мәҙәни-ял итеү үҙәге фотолары.
Фото:Роман Шумнов һәм Дүртөйлө районының мәҙәни-ял итеү үҙәге фотолары.

Өфөлә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижадына арналған IX Бөтә Рәсәй музыка конкурсының гала-концерты һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте.

Конкурстың даирәһе киңәйә бара. Республика­быҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәре бәйгеселәренең генә түгел, быйыл Үзбәкстан вәкиленең дә ҡатнашыуы менән үҙенсәлекле ул. Ҡазан, Әлмәт, Сочи, Нижневартовск, Тольятти, Төмән, Ульяновск һәм башҡа бик күп ҡалаларҙа йәшәгән йыр-моң һөйөүселәрҙе берләштерҙе конкурс.

Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынба­ҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты.Үҙенең сығышында ул мәшһүр шәхестәр Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсин ижадының беҙҙең йөрәктәрҙә һәр ваҡыт йәшәйәсәген белдерҙе. Сәнғәт өлкә­һендә фиҙакәр хеҙмәт итеүселәргә дәүләт наградаларын тапшырыуы ла сараға күркәмлек өҫтәне.

Конкурсты Башҡортостан һәм Та­тарстандың ха­лыҡ артисы Айҙар Ғәли­мов рәйеслегендәге жю­ри баһаланы. “Киләсәктә лә был эш һүнмәһен, из­ге тарих һаҡланһын”, – тигән теләген бел­дерҙе бил­дә­ле артист, тамашасыларға үҙе башҡары­уындағы йырҙы бүләк итеп.

Иң тулҡынландырғыс мәл, әлбиттә, еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булды. Улар араһында оло йәштәгеләрҙе лә, балаларҙы ла күреү был кон­курстың киләсәгенең ҙур булыуы тураһында һөйләй.

Жюри бәйгеселәрҙең һәләтен ике номинацияла баһаланы. “Вокаль баш­ҡа­рыу” номинацияһында 14 йәштән өлкән ҡатнашыусыларҙың оҫталығы билдә­ләнде. Унда Фәриҙә Ҡудашева репертуарынан яңғыҙ йыр башҡарыу, шулай уҡ халыҡ йырҙарын һәм заманса музыка әҫәрҙәрен яңғыҙ йырлау буйынса моң оҫталары ярышты.

“Инструменталь башҡарыу” номина­ция­һына конкурсанттар биш йәштән алып йәлеп ителде. Улар Бәхти Ғайсин репертуарынан баянда, аккордеонда һәм башҡа музыка ҡоралында музыкаль әҫәр башҡарыу маҡсатын ҡуйҙы.

“Вокаль башҡарыу” номинацияһында гран-приға – Йәрмәкәй районынан Айҙар Шәфиғуллин, “Инструменталь баш­ҡарыу”ҙа иң юғары баһаға Учалынан Шәфҡәт Йосопов етәкселегендәге “Аҡ табын” ансамбле лайыҡ булды.

Финалға үтеүселәр араһында Дүртөй­лө ҡалаһынан “Илһам” гармунсылар ансамбле ир-егеттәре менән аралашыу форсаты тейҙе. Улар конкурста беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Коллектив етәксеһе Алмас Ибраһимов әйтеүенсә, ансамбль 2019 йылдан алып эшләй. Төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша­лар, күптән түгел Татарстанда фести­валдә уңышлы сығыш яһап ҡайтҡандар. Коллективта ун гармунсы шөғөлләнә.

Алмас Ибраһимовтың айырым сығышы ла юғары баһаланды – беренсе урынға лайыҡ булды.

– Үҙемде белгәндән гармунда уйнайым. Ҡартатайым өс йәшемә хромка бүләк иткәйне. Шунда уйнарға өйрәндем. Әсәйем йырлағанда, уға ҡушылып уйнарға тырышҡаным хәтерҙә. Бишенсе класта уҡығанда иһә баянда ла көйҙәр сығара инем. Беҙҙең ғаиләлә музыканттар юҡ. Әсәйемдең йырға оҫталығы ошо һөнәрҙе һайларға этәргәндер, – тип һөйләне баян оҫтаһы.

Дүртөйлөләр әүҙемлеге менән айырылып торҙо, вокал буйынса ла сығыштары уңышлы булды. Район мәҙәниәт йортонан Эльза Әхмәҙиева беренсе дәрәжә лауреат исемен яуланы, Лилиә Сәрүәрова – “Фәриҙә Ҡудашева репертуарынан әҫәрҙәрҙе иң яҡшы башҡарғаны өсөн” номинацияһында, Нәзилә Нуриәхмәтова “Халыҡ музыка йолаларын һаҡлаған өсөн” номина­цияһында еңде.

Нәзилә Хәбиб ҡыҙы гала-концертта үҙе ижад иткән “Турғай йыры”н баш­ҡарҙы. Уның башҡа конкурстарҙағы уңыштары ла тос ҡына. Йырға ғына түгел, гармунда уйнауға ла оҫта булып сыҡты Нәзилә Нуриәхмәтова. Шиғыр яҙыу, көйҙәр яҙыу һәләте лә бар.

– Бәләкәй саҡтан йырларға яратам. Әхирәтемдең гармунда уйнағанына ҡарап, ошо музыка ҡоралында уйнарға ла өйрәндем, – ти ғүмерен мәҙәниәткә арнаған әңгәмәсем.

Әйткәндәй, район мәҙәниәт йортонда ул 40 йыллап хеҙмәт итә. Ә бына ошо конкурста ҡатнашыуы тәүгә генә әле. “Дәртләнеп әҙерләндем, сөнки үҙебеҙ Фәриҙә Ҡудашеваның йырҙарын тыңлап үҫтек. Йәштәр ҙә уның моңон онотмаһын ине, тигән теләктәмен”, – тине Нәзилә Хәбиб ҡыҙы.

Ауырғазы районының Талбазы ауылынан “Балҡыш” татар халыҡ хоры ла конкурста уңышлы сығыш яһаны. Ул, өс йыл ғына эшләһә лә, быйыл халыҡ исеменә лайыҡ булған. Фина Абдуллина етәкселегендәге был ансамблдә шөғөлләнеүселәргә – 28 – 78 йәш.

Ошо райондан 75 йәшлек Фәиз Сафиуллин да, баянда уйнап, еңеүселәр рәтен биләне – ул “Инструменталь башҡарыу” номинацияһында өсөнсө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Фәиз Хәтмулла улы 19 йәштә баянда уйнарға өйрәнгән һәм шул ваҡыттан бар ғүмере ошо музыка ҡоралы менән бәйле.

– Атайым Бөйөк Ватан һуғышы яугире ине, скрипкала бик матур уйнаны. Уның һәләте миңә лә күскәндер, – тине әңгәмәсем.

Ғүмер буйы мәктәп, клуб, мәҙәниәт һарайы кеүек учреждениеларҙа концертмейстер булып эшләгән Фәиз Сафиуллин бөгөн хаҡлы ялда булһа ла баянынан айырылмай. “Ул миңә йәшәүгә көс бирә”, – тип “Башҡортостан” гәзи­тенең “Бәйләнештә” социаль селтәрен­дәге төркөмөндә моңло көйҙәрен бүләк итте.

Йыр-моң байрамы яңы һәләттәрҙе асыҡлап, тарих биттәренә инеп ҡалды. Конкурсты ойоштороуға ҙур көс һалған шәхестәрҙең береһе, Рәсәй Федера­цияһы Дәүләт Думаһы депутаты, “Баш­ҡортостан татарҙарының милли мәҙәни автономияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Римма Үтәшева ла ошо сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

– Конкурсты туғыҙынсы тапҡыр уҙғарабыҙ һәм унда балаларҙың да, ололарҙың да ҡатнашыуы һөйөндөрә. Күмәк көс менән ойошторолдо ул. Бының өсөн иң ҙур рәхмәтемде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа белдерәм. Ҡатнашыусылар йылдан-йыл күбәйә. Был сара тәүге сиратта балалар өсөн кәрәк. Мәҙәниәтебеҙ аша йәш быуынға тәрбиә бирәбеҙ, – тине ул.

Зал тулы тамашасы йыйылыуы ла Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың мәңгелек ижадына тәрән ихтирамды сағылдырҙы.


Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: