Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Декабрь 2022, 15:12

Монументаль сәнғәтебеҙҙең яҙмышы – ышаныслы ҡулдарҙа

Улар ҡомартҡыларҙы өйрәнә.

Гөлфиә Тажетдинованың шәхси архивынан
Фото:Гөлфиә Тажетдинованың шәхси архивынан

Быйыл Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары араһында Сибай ҡалаһында теркәлгән “Архтамға” эксперт-проект бюроһының генераль директоры Рөстәм Әлибаев, баш инженер Илфат Аҡтуғанов, баш архитектор Гөлфиә Тажетдинованың булыуына ифрат ҡыуандыҡ.

Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт архитекторҙары Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы проекты өсөн республиканың юғары наградаһына лайыҡ булды. Йәмғиәттең генераль директоры Рөстәм Әлибаев – беҙҙең яҡташ. Уның тамырҙары Баймаҡ районының Йомаш ауылына барып тоташа. Ҡартатаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаев. Ҡатыны – баш архитектор Гөлфиә Тажетдинова, Сибай ҡыҙы. 2007 йылда ҡаланың 9-сы лицейын алтын миҙалға тамамлаған. Ҡала, республика, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған. Гөлфиә уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары өсөн класс етәксеһе Тәслимә Әминеваға, шул ваҡыттағы лицей директоры Тамара Солонинаға рәхмәт әйтә. Әйткәндәй, тап ошо остаздары Гөлфиә Нур ҡыҙын оло наградаға лайыҡ булыуы айҡанлы беренселәрҙән булып ҡотлаған. Ул шулай уҡ һүрәт төшөрөү, һыҙыу, ғөмүмән, архитектура серҙәренә өйрәткән Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларын, элекке директоры Сергей Николаевты яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Гөлфиә Тажетдинова юғары белемде Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура факультетында алған. Йәштәр Айгөл исемле ҡыҙ үҫтерә.

Баш инженер Илфат Аҡтуғанов иһә сығышы менән Ейәнсура районынан.

– Рөстәм Әлибаев, үҙе кеүек рухлы, илһөйәр йәштәрҙе туплап, “Архтамға” бюроһын асҡанға ҡәҙәр беҙҙең Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау үҙәгендә эшләгәйне. Ул беҙгә “Шүлгәнташ” проектын башлағанда ҡушылды. Уның менән һәм тағы бер нисә белгес ҡатнашлығында Европа мәмерйә­ләрен һәм уларға арналған музей­ҙарҙы, Рәсәйҙәге етди ғилми үҙәктәрҙе йөрөп сыҡтыҡ, – ти Республика мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин, ижади төркөмдөң уңышына һөйөнөп. – Һуңынан “Шүлгәнташ” музейын проект­лағанда команда ошо алдынғы тәжрибәне файҙаланды, әммә үҙе­беҙҙең ерлектәге аҫыл ҡомартҡы­ларҙы ла күрһәтеүгә өлгәште. Музей архитектураһы, белеүегеҙсә, аҡ (изгелек) һәм ҡара (яуызлыҡ) өлөштәрҙән тора, йәғни бинаның формаһы Урал батыр менән Шүлгәндең бәрелешен һынландыра. Экспозиция оҙаҡ уй­ланылған, Шүлгәнташ мәмерйәһенең баһаһын билдәләгән проект булыуы менән алдыра.

Талантлы архитекторҙар өсөн бик шатмын. Рөстәм Әлибаев, Илфат Аҡтуғанов һәм Гөлфиә Тажетдинова – һис шикһеҙ, башҡорт архитекту­раһының киләсәге. Сит ил ҡаҙа­ныштарын өйрәнеп, алдынғы тәжрибәне файҙаланһа ла, улар башҡорт халыҡ ижадын, мәҙәниәтен һәм тарихты ихтирам иткән, быны эшендә күрһәтә белгән рухлы йәштәребеҙ булып ҡала. Был белгестәрҙең эшмәкәрлеге тураһында тағы ла күп ишетербеҙ әле, тип ышанам.

“Архтамға” экспертиза һәм проект бюроһы булараҡ, коллектив мәҙәни мираҫ объекттарын реставрациялау өлкәһендә һөҙөмтәле эш алып бара. Сибай филармонияһын, баш ҡалала күптәр яратып өлгөргән "Рәми" шиғриәт үҙәген, Белоретта, Салауатта, Баймаҡ районының Темәс ауылында һәм башҡа урында бихисап архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеүҙә ҡатнаш­ҡандар.

Әлеге ваҡытта көслө команда Шишмә районындағы “Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы” музейы, йәғни Тура-хан мавзолейы проекты өҫтөндә эшләй. Улар, ошоға оҡшаш мавзолейҙар булған Үзбәкстан, Азер­байжанға барып, тәжрибә уртаҡлаша, музейҙарҙағы тарихи ҡомартҡыларҙы өйрәнеүен дауам итә.

Әйткәндәй, Салауат Юлаев пре­мияһы 1967 йылда бирелә башла­ғандан алып, ул дүртенсе мәртәбә генә архитекторҙар өлөшөнә төшкән.

 


Гөлдәр ҠАДАЕВА

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: