Бөтә яңылыҡтар

Кем ул башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” бәйгеһе еңеүсеһе?

Шул ваҡыт ишек төбөндә торған малайҙы Башҡортостаныбыҙҙың беренсе президенты күреп ҡала...

Кем ул башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” бәйгеһе еңеүсеһе?
Кем ул башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” бәйгеһе еңеүсеһе?

Ошо арала, Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара XVI конкурсы уҙҙы. Был бәйгелә, республикала үҙен һуңғы йылдарҙа, халыҡ йырҙарын башҡарыу буйынса бик етди һәм оҫта итеп танытырға өлгөргән Нух Ҡотоев Гран-при яуланы. Уны “Урал аръяғы - 2023” инвестһабантуйында Башҡортостан Республикаһының Башлығы Радий Хәбиров бүләкләне.

Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып-үҫкән йәш йырсының йондоҙло сәғәтә бала сағында уҡ башлана, йәғни 7-8 йәштәр тирәһендә Баймаҡ йырсы-бейеүселәре менән бергә уны Өфөгә сығыш яһарға килтерәләр. Шул ваҡыт ишек төбөндә торған малайҙы Башҡортостаныбыҙҙың беренсе президенты күреп ҡала. Был көндө бәләкәй йырсы оло ҡунаҡтар алдында Башҡорт халыҡ йыры “Ильяс”ты башҡара. Ә инде артабан уның яҙмышы бик текә яҡҡа үҙгәрә, үҙ районына баш ҡаланан Мортаза Ғөбәйҙулла улы килгән һайын уны саҡыртып алыр булған икән. Шулай, бала саҡтан уҡ Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы менән беренсе президенттың күңеленә үтеп ингән егет, бөгөн инде бар республика сәнғәтенең күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый!

Бының хаҡта, гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡығыҙ...

 

Фотолар: мәҡәлә геройының шәхси архивынан һәм интернеттан.

 

 

Кем ул башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” бәйгеһе еңеүсеһе?
Кем ул башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” бәйгеһе еңеүсеһе?
Кем ул башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” бәйгеһе еңеүсеһе?
Кем ул башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” бәйгеһе еңеүсеһе?
Кем ул башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” бәйгеһе еңеүсеһе?
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: