+20 °С
Болотло


Республика халыҡ үҙәге ойошторған проект сиктәрендә хеҙмәткәрҙәр һәр ауыл биләмәһе эскизын эшләп, бар фрагменттарҙы берҙәм полотноға йыйған. Уның өҫтөндә 27 оҫта эшләгән.
Төбәктә йәшәгән төрлө милләтле халыҡтың мәҙәниәтен, географик үҙенсәлеген ижад теле менән сағылдырыу өсөн оҫталарҙың ижади башланғысын бер кем сикләмәй. Улар башлыса зәңгәр һәм йәшел төҫ ҡулланған. Бында халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын, тәбиғәттең иҫтәлекле урындарын сағылдырған элементтарҙы ла күрергә мөмкин.