Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Август 2023, 23:20

"Заман ауазы" конкурсы иғлан ителде

Бүләк фонды 1 200 000 һум тәшкил итә.

"Заман ауазы" конкурсы иғлан ителде
"Заман ауазы" конкурсы иғлан ителде

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы профессиональ яҙыусылар араһында патриотик әҫәрҙәр ижад итеүгә "Заман ауазы" конкурсын иғлан итә. Ижади конкурста Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзалары ғына ҡатнаша ала. Бүләк фонды 1 200 000 һум тәшкил итә. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Эштәр рус, башҡорт, татар телдәрендә ҡабул ителә. Әҫәрҙәр дүрт номинация буйынса билдәләнәсәк: "Ҙур проза" (роман, повесть), "Бәләкәй проза" (хикәйә, эссе), "Шиғриәт" (шиғырҙар циклы, поэма), "Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр". Жюри һәр номинацияла өсәр еңеүсене һәм «Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр» номинацияһында бер урынды һайлай. Еңеүселәргә китап нәшер итеүгә һәм 50 000 һумдан 200 000 һумға тиклем номиналдағы оргтехника һатып алыуға бүләк сертификаттары тапшырыла. Бынан тыш, иң яҡшы әҫәрҙәр З. Биишева исемендәге «Китап» дәүләт нәшриәтендә донъя күрәсәк.

Конкурс шарттары буйынса, әҫәрҙәр ағымдағы йылдың 30 декабренә тиклем ҡабул ителә. Эштәрҙе Башҡортостандың абруйлы яҙыусыларынан торған компетентлы жюри баһалаясаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантаналы шарттарҙа 2024 йылдың мартында үтәсәк. Бүләкләү тантанаһына Саха (Яҡут) Республикаһынан, Татарстан Республикаһынан, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан, Мәскәү ҡалаһынан яҙыусылар һәм нәшриәт берләшмәһе вәкилдәре саҡырыласаҡ.

Ил яҙмышы һәр яҙыусының ижадында һәр ваҡыт үҙәк тема булып тора. Шуға күрә был конкурс бөгөн бик актуаль. Беҙгә халыҡтың патриотик рухын күтәрергә кәрәк, бының өсөн лайыҡлы әҫәрҙәр ижад итергә кәрәк, улар ысынлап та дәүерҙең тауышы буласаҡ. Был конкурс сиктәрендә әҙәбиәтебеҙҙе байытыусы, Тыуған илгә, тамырҙарыбыҙға һөйөү тәрбиәләүсе әҫәрҙәр барлыҡҡа килер, тип ышанам, – тип билдәләнеләр Башҡортостан Яҙыусылар союзында.

Әҫәрҙәрҙе ойоштороусыларҙың электрон почтаһына [email protected] "Заман ауазы" билдәһе менән ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-471-41-76 (Искәндәр Рәмил улы Хәсәнов).

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: