Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Август 2023, 14:30

Йыр конкурсында үҙеңде һынап ҡарағың киләме?

Түбәндәге мәғлүмәт һинең өсөн

Йыр конкурсында үҙеңде һынап ҡарағың киләме?
Йыр конкурсында үҙеңде һынап ҡарағың киләме?

26-27 августа Башҡортостанда “Геройҙар ваҡыты” икенсе Бөтә Рәсәй асыҡ йыр конкурсы үтә. Проекттың маҡсаты – балаларҙы һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү, патриотик йыр жанрын тергеҙеү һәм популярлаштырыу. Фестиваль генерал-майор Шайморатов генералдың тыуған көнөнә арнала.

Конкурста Рәсәй Федерацияһында йәшәгән башҡарыусылар бушлай ҡатнаша ала. Йәш сикләүе юҡ. Өс этапта үткән конкурсҡа ғаризалар 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

“Геройҙар ваҡыты” икенсе Бөтә Рәсәй фестивале финалында билдәле Рәсәй йондоҙҙары ла ҡатнашасаҡ. Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.

Конкурстың положениеһы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин:

https://vk.com/doc21914597_666205714?hash=SDldG9VIKTfyuobNdFeLX8uJ5bP9K9ZKcXYcbD8iOZD&dl=FciJnEJicB42JDXqr233Zbze5abJjM0mv6WnBtk57h8

 

Фото: culture.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: