Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Октябрь 2023, 08:30

Стәрлетамаҡ артистарына миҙал тапшырылды

Көйөргәҙеләр мәҙәниәт өлкәһендә үҙ эшенә тоғро хеҙмәт иткәндәрҙе юғары баһаланы

Стәрлетамаҡ артистарына миҙал тапшырылды
Стәрлетамаҡ артистарына миҙал тапшырылды

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһендә Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрының XXXIII театр миҙгелен асыу тантанаһы үтте.

Тамашасылар өсөн фойела байрам программаһы: милли музыка, ҡул эштәре йәрминкәһе әҙерләнгәйне. Икенсе ҡатта декорация элементтары һәм яратҡан спектаклдәр геройҙары менән күргәҙмә-фотозона эшләне.

Яратҡан театр артистары -  Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова һәм Рәсил Сынбулатов "Кинйә Арыҫлановҡа - 300 йыл" юбилей миҙалы менән бүләкләнде. Бындай тәрбиәүи саралар халҡыбыҙҙың тарихын һаҡлауға булышлыҡ итә. Сөнки тарихты белмәйенсә киләсәкте күҙаллау мөмкин түгел.



 

Стәрлетамаҡ артистарына миҙал тапшырылды
Стәрлетамаҡ артистарына миҙал тапшырылды
Стәрлетамаҡ артистарына миҙал тапшырылды
Стәрлетамаҡ артистарына миҙал тапшырылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: