Бөтә яңылыҡтар

"Беренсе тапҡыр ул минең концерттарҙа булмаясаҡ..."

Популяр йырсы Ришат Төхвәтуллин ни өсөн борсола?

"Беренсе тапҡыр ул минең концерттарҙа булмаясаҡ..."
"Беренсе тапҡыр ул минең концерттарҙа булмаясаҡ..."

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың һәм Татарстандың иң популяр йырсылары Әлиә (Ҡарасурина) һәм Ришат Төхвәтуллиндар бәпәй көтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Әлиә сәхнәлә сығыш яһауын дауам итә ине. Әле Ришат үҙенең социаль сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.

"Әлиәмде Ҡазанға оҙаттым. 8,5 йыл дауам иткән гастролдәрҙә ул беренсе тапҡыр минең концерттарҙа булмаясаҡ", - тип яҙған ул.

Йырсының төркөмө Екатеринбург ҡалаһында сығыш яһаҡандан һуң, Төмән яҡтарына юлланған. Әлиәне Ришат Екатеринбургтан Ҡазанға ҡайтарып ебәргән. Ни тиһәң дә, буласаҡ атай кеше тыуасаҡ сабыйы өсөн борсола.

Фото: "Интертат". 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: