Сираттағы конкурсантыбыҙ Илена Баҙыҡова Йәрмәкәй районының Исламбахты ауыл китапханаһында 2007 йылдан алып хеҙмәт итә. Өфөлә Китапхана техникумында китапхана эше буйынса һөнәр алғандан һуң үҙен ошо хеҙмәткә арнай.
- Был йылдар эсендә ул үҙен тырыш, ижади белгес итеп күрһәтте. Ҡушылған эшкә бик яуаплы һәм етди ҡарай. Сараларҙы ауыл биләмәһе хакимиәте, мәктәп менән берлектә уҙғара. Тыуған яҡты өйрәнеү материалдарын йыйыу, Исламбахты ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр туплау буйынса ла ҙур эш алып бара. Китапханала йөкмәткеле кисәләр, илһөйәрлек дәрестәре, батырлыҡ сәғәттәре үткрелә, - тип һөйләнеләр уның тураһында.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарғанда ла ул сараның уртаһында. Йәш уҡыусылар менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Улар менән төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулау ҙа әүҙем ижади тормошто сағылдыра.
Йәрмәкәй китапханасыһына гәзитебеҙ конкурсында ла уңыш йылмайһын ине.
Фото: китапхана архивынан.