– Был фотола Көнсығыш Урал башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡушъяулыҡ һәм битлек тигән баш кейемдәрен кейеп төшкәнмен. Битлекте әсәйем яғынан бишенсе быуын өләсәйем Әкилә Тәҡиулла ҡыҙы Йосопова 1911 йылда кейәүгә сығыр алдынан үҙе теккән һәм сиккән. Ул Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Мөслим ауылында йәшәгән. Битлек маңлайға бәйләп ҡуйылған, башҡорт, татар һәм мишәр ҡатын-ҡыҙҙары араһында таралған булған, – ти “Башҡортостан” гәзитенә паспорттың хужабикәһе.
Гөлнара Вәхитова әйтеүенсә, фотоға бәйле бер ниндәй ҙә сетерекле хәлдәр булмаған, киреһенсә, ул барыһында ла ҡыҙыҡһыныу уята икән.
– “Һеҙ ниндәй милләт вәкиле?” – тип башҡорттар ҙа йыш һорай, сөнки күптәр ысын милли кейемдәребеҙҙең ниндәй булғанын белеп бөтмәй, сәхнә кейеме менән бутай, – тип күҙәтеүҙәре менән бүлешә башҡорт ҡыҙы.
Фото: Гөлнара Вәхитованың паспортынан.