Бөтә яңылыҡтар

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр

Еңеүселәр араһында коллегабыҙ, гәзитебеҙҙең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге хәбәрсеһе Нурзиә Хәсәнованың да ғаиләһе бар! Ҡотлайбыҙ!

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр

Конкурс еңеүселәрен ҡотлар һәм бүләкләр өсөн абруйлы ҡунаҡтар килде: Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының бүлек етәксеһе Розалиә Сәфиуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы кураторы, Өфө күп профилле профессиональ колледж директоры Сынтимер Баязитов, башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса ойошма директоры Гөлназ Йосопова һәм Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында «Әкиәтте ғаиләлә сәхнәләштереү» номинацияһында – 63-сө балалар баҡсаһынан Алсыновтар ғаиләһе, «Фольклор коллективы менән әкиәт башҡарыу» номинацияһында – 75-се башҡорт балалар баҡсаһы, «Яңғыҙ башҡарыу» номинацияһында 24-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Нурсолтан Фазылов Гран-при яуланы.

Дөйөм белем биреү ойошмалары араһында «Әкиәтте ғаилә менән сәхнәләштереү» номинацияһында – 82-се гимназиянан Хәсәновтар ғаиләһе, «Фольклор коллективы менән әкиәт башҡарыу» номинацияһында – Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы, «Яңғыҙ башҡарыу» номинацияһында – 107-се лицей уҡыусыһы Йософ Зарипов еңеүсе тип табылды.

– Балаларыбыҙҙы телдәре асылыу менән ошо конкурста ҡатнаштырабыҙ, шуға күрә һәр яҙ «Һаумы, һаумы, әкиәт!»кә барыу ғаиләбеҙҙең матур йолаһына әйләнде. Ғаилә йылында күмәкләп ҡатнашырға булдыҡ, – ти Хәсәновтар ғаиләһе башлығы Рөстәм Рафиҡ улы.

Ижади бәйге быйыл 15-се тапҡыр үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә унда 7430-ҙан ашыу бала ҡатнашҡан. Конкурсытың төп маҡсаты – әкиәт башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, донъя халыҡтары ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлап ҡалыу һәм таратыу, балаларҙың шиғри һәм импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү.

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» еңеүселәрен бүләкләнеләр
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: