Бөтә яңылыҡтар

Китапҡа һөйөү уята

Китапханала әҙәби кисәләр күңелле үтә

Китапҡа һөйөү уята
Китапҡа һөйөү уята

"Башҡортостан" гәзите ойошторған китапханасылар конкурсында Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ үҙәкләштерелгән китапханаһының уҡыу залы китапханасыһы Гүзәл Хәйретдинова ла бар. Гүзәл Вәсил ҡыҙы тураһында мәсетлеләр генә түгел, хатта күрше-тирә район кешеләре лә тик маҡтау һүҙҙәрен еткерҙе. Ысынлап та, беҙҙең менән осрашҡанда ла ул үҙенең һәр йәһәттән дә белемле һәм үҙ эшенең оҫтаһы булыуын күрһәтте, халыҡҡа асыҡ йөҙлөлөгөн әйтеп тораһы ла түгел.  

– Мәсетле таланттарға бай төбәк, улар араһында әҙиптәр айырым урынды алып тора, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, тыныс киләсәгебеҙ өсөн яу яланында башын һалған Низам Ҡәрипов тураһында йәш быуынға йыш һөйләйбеҙ. Рәшит Әхтәриҙең, Ризван Хажиевтың әҫәрҙәре яҡтылыҡҡа һәм яҡшылыҡҡа әйҙәй. Ошо ижадсыларҙың хәтер кисәләрен даими ойошторабыҙ, унда уҡыусы балаларҙы күп йәлеп итәбеҙ. Ҡол Ғәли, шулай уҡ, беҙҙең яҡтарҙа тыуып үҫкән. Ошондай саралар аша ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы китап уҡыуға ылыҡтырабыҙ.

Гүзәл Хәйретдинова билдәләүенсә, Башҡортостандың халдыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал – улар өсөн көтөп алынған ҡунаҡ. Бынан тыш ижадсылар Тәскирә Даянова, Зөһрә Алтынбаева, Гөлсирә Шафиҡовалар ҡатнашлығында уҙған китапҡа бәйле әҙәби кисәләр күңелле үтә.  

Фото: Гүзәл Хәйретдинова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: