Бөгөн Китап байрамы барышында Башҡортостан Яҙыусылар союзының 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан тантаналы ултырыш үтте. Унда Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.
Тантаналы ултырышта Башҡортостан Яҙыусылар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде. Яҙыусылар һәм шағирҙар сафына баҫҡан 11 автор араһында хеҙмәттәшебеҙ Таңсулпан Байтимерова ла (ижади псевдонимы - Таңсулпан Рәсүл) бар.
Фото: "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһенең мәғлүмәт штабынан һәм Таңсулпан Байтимерованың шәхси архивынан.