Илһөйә Бәҙретдинованың бер хыялы бар

"Әйтергә ҡурҡам, оялам!" - ти үҙе йырсы.  

Илһөйә Бәҙретдинованың бер хыялы барИлһөйә Бәҙретдинованың бер хыялы бар
Илһөйә Бәҙретдинованың бер хыялы бар

Татарстандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсының был көндәрҙә Өфөләге гастролдәре дауам итә.

Концерттарының күбеһе "Йәштәр" мәҙәниәт һарайында үтә. Ә уның янында башҡа артистарҙың да афишалары эленгән. Афишаларҙы ҡарап, Илһөйә Бәҙретдинова бер аҙ хыялланып та алған.

"Ике легенда - Салауат Зәки улы һәм Айҙар Ғәни улы менән дуэт йырлағым килә. Әйтергә ҡурҡам, оялам! "Кит әле, һеңлем, алыҫҡараҡ" тип әйтерҙәр", - ти йырсы.

"Күберәк хыялланһаң була ул", - тип яуаплай уға концерт директоры Гүзәл Карамиева.

Ә һеҙ йырсының кем менән бергә дуэт йырлауын теләр инегеҙ?

Фото: Илһөйә Бәҙретдинованың шәхси архивынан.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас