– Беҙ 10 бала үҫтек. Бесән мәле етһә, күмәкләшеп олатай менән өләсәйҙең сабынлығына барып ята инек. Улар Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылында йәшәне, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Сәлимә Юлай ҡыҙы. – Өлкән һәм Кесе Уба, Ҡуяншыр тигән сабынлыҡтарҙа икешәр-өсәр аҙна палаткаларҙа йәшәнек. Бала саҡтың иң матур хәтирәләре шул мәлдәргә бәйле. Иртәнән кискә тиклем эштең тәмен белеп кенә бесән сабабыҙ, тырматабыҙ, ә киске сәйҙән һуң ағас еләге, ер еләге, ҡыҙыл бөрлөгән йыябыҙ, уларҙан банка-банка ҡайнатма әҙерләйбеҙ.
Бер интервьюһында Юлай Моратов: “Ошондай матур тәбиғәтле ерҙә үҫмәһәм, йырҙарым да булмаҫ ине”, – тигән. Тәбиғәткә, йыр-моңға һөйөүен ул балаларында ла тәрбиәләгән – күбеһе республикабыҙҙың йыр һәм музыка сәнғәтенә хеҙмәт итә, ә йәйге ялдарында, элеккесә йыйылышып, аталарының бер туған апайының бесәнен сабышалар.
РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Юлай Моратов 2015 йылда 66 йәшендә арабыҙҙан китте. Үҙенән һуң моңло йырҙары һәм йәшәү дәрте менән һуғарылған фотоһүрәттәре ҡалды.
Фото: Юлай Моратовтың социаль селтәрҙә һаҡланып ҡалған сәхифәһенән.