Бөтә яңылыҡтар

Кино төшөрөүгә грант алабыҙ тиһәгеҙ...

Семинарҙа уҡып өйрәнеп алығыҙ.

Кинематография өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары конкурсына ғариза биреүселәр өсөн семинар үтә.

Уҡыуҙа ҡатнашыуға потенциаль ҡатнашыусылар, атап әйткәндә, ОКВЭД буйынса түбәндәге төп эшмәкәрлек төрөнә эйә булған республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары саҡырыла: фильм етештереү; кинойылъяҙма етештереү; фильм тиражы, фильм прокаты, фильм күрһәтеү, фильмды тергеҙеү, фильм, кинойылъяҙма етештереү буйынса эштәр башҡарыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү (59.1, 59.11, 59.12, 59.13, 59.14); кино ҡорамалдары, киноматериалдар эшләү (26.7, 26.70, 26.70.1, 26.8, 26.80); кинематография өлкәһендә белем биреү, ғилми, тикшеренеү эшмәкәрлеге (85.2,85.21, 85.22, 85.22.1, 85.22.2, 85.22.3, 85.23); кинематография өлкәһендә нәшриәт эшмәкәрлеге (58.1, 58.11, 58.12, 58.13, 58.14, 58.19).

Фонд эксперттары Конкурстың үҙенсәлектәре, ҡатнашыусыларға талаптар хаҡында һөйләйәсәк, ғаризалар тултырғанда һәм тапшырғанда нимәгә иғтибар итергә, шулай уҡ проект бюджетын әҙерләү буйынса кәңәш-тәҡдимдәр аласаҡ. Уҡыусыларҙың үҙ һорауҙарына яуап алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Уҡытыу семинары 25 июлдә 14-00 сәғәттә Әмир Абдразаҡов  исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы кинозалында уҙа. Адресы: Өфө ҡалаһы, Высотная урамы, 10/1.

Уҡыуҙа ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса алдан теркәлеү талап ителә: https://forms.gle/AgqL2fx8r196UuqY8, ул 24 июлгә тиклем асыҡ. Ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса 8-967-453-92-59 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.

Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: