-3 °С
Ҡар
Былтыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Башҡортостан Республикаһының милли музейы уникаль экспонаттар тәҡдим итте. Улар араһында «Башҡорт аты тарихы» күргәҙмәһенең төп экспонаты булған эйәр ҙә бар ине. Был эйәрҙе Музейға Ҡалмаҡлар ауылы ҡарттары 1925 йылда тапшыра. Легенда буйынса, эйәр республиканың милли геройы Салауат Юлаевтыҡы булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15-16 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтәсәк.