Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Сентябрь 2024, 12:30

Балалар гәзите һүрәттәр конкурсы иғлан итте

Ул 30 сентябргә тиклем барасаҡ.

Балалар гәзите һүрәттәр конкурсы иғлан иттеБалалар гәзите һүрәттәр конкурсы иғлан итте
Балалар гәзите һүрәттәр конкурсы иғлан итте

«Йәншишмә» республика балалар-үҫмерҙәр гәзите редакцияһы «Донъя – изгелек буяуҙары менән» һүрәттәр конкурсы иғлан итте. Ул Рәсәйҙә йыл һайын 3 сентябрҙә билдәләнгән Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арнала һәм Башҡортостандың йәш быуынына толерантлыҡ, шәфҡәтлелек, үҙ эштәре өсөн яуаплылыҡ мөһимлеге хаҡында уйланырға тәҡдим итә.

Конкурсҡа 6-18 йәшлек балалар саҡырыла. Унда Башҡортостандың бөтә мөйөштәренән балалар ҡатнаша ала. Ижади эштәрҙе 30 сентябргә тиклем yanshishma02@yandex.ru электрон почтаһына йәки «Бәйләнештә»ге төркөмөнә ебәрергә кәрәк.

Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ!

6+

Фото: https://vk.com/club45440006

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас