Ул 2024 йылда Президент мәҙәни башланғыстар фондының беренсе грант конкурсында еңеү яуланы, уны тормошҡа ашырыу “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ҡуйған бурыстарға тап килә.
Проект ҡаланың 60 йыллығына әҙерләнгән. Уның маҡсаты – йәйәүле экскурсиялар аша балаларҙы һәйкәлдәр һәм иҫтәлекле урындар менән танышыу, Нефтекаманың тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.
– Проект шуныһы менән ҡыҙыҡлы: ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡала урамдары, һәйкәлдәр, скверҙар, йәмәғәт киңлектәре, ҡалабыҙҙың тарихи урындары тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт беләсәк, – тине ҡаланың үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры урынбаҫары Ольга Князева.
“Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект "Культура") төп бурыстарының береһе – ил халҡы өсөн мәҙәни мөмкинлектәрҙе арттырыу, мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыу эшендә ҡатнашырға теләүселәргә булышлыҡ итеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Ауырғазы районы Талбазы лицейының рәсми төркөмөнән.