Донъяның матурлығын бөтә йөрәге менән тойоп йәшәгән ижадсы, сал Уралдың аҡһаҡалы, күп яҡлы талант эйәһе булған Булат Рафиҡовтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина, “Ағиҙел“ журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, “Ағинәйҙәр ҡоро” республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, шағир, яҙыусы, арҙаҡлы драматург Наил Ғәйетбаев, башҡорт ырыуҙары ҡоро рәйесе Вельмир Аҙнаев, Юрматы ырыуы ҡоро рәйесе Риф Иҫәнов, Булат Рафиҡовтың ҡыҙҙары Гөлназ менән Гөлсәсәк һәм тағы бик күп ҡунаҡтар килгәйне.
Талантлы шәхестең яҡты рухын халҡы күңелендә тағы ла тәрәнерәк һаҡлау, төбәктәге халыҡ таланттарын, ижади әүҙемлекте үҫтереү, уларҙы дәртләндереү маҡсатында 1999 йылда Мәләүез районы хакимиәте тарафынан Булат Рафиҡов исемендәге премия булдырылғайны. Ул ике йылға бер тапҡыр әҙиптең талантлы яҡташтарына бирелә.
Быйыл премия Дәүләтҡол ауылында йәшәүсе ҡул эше оҫтаһы Ғәйнулла Рахманғоловҡа, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союздары ағзаһы, Мәләүез ҡалаһының почетлы гражданины Юнир Аҙнағоловҡа, оҙаҡ йылдар сәнғәт өлкәһендә эшләп, әлеге көндә лә ижади эшләүен дауам иткән, үҙ өйөндә музей булдырған, үҙ ҡулдары менән кеше ҙурлыҡ милли кейемле ҡурсаҡтар яһаған Фәнисә Бикбаеваға, ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, улар өсөн ижад иткән Гөлнур Шәриповаға (Семеноваға) тапшырылды.