Бөтә яңылыҡтар

Фидан Ғафаров "үлгән" еренән терелә...

Был хәл бер ауылда була.

Фидан Ғафаров "үлгән" еренән терелә...
Фидан Ғафаров "үлгән" еренән терелә...

Элек театрҙар ауылдар буйлап йыш гастролдә йөрөнө. Шул иҫәптән Башҡорт академия драма театры ла. 

Бер мәл артистар бер ауыл мәҙәниәт йортонда "Ғәлиәбаныу" спектаклен ҡуя. Әлбиттә, данлыҡлы Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаева ла килгән. Халыҡ билеттарҙы алып бөтөп, залды шығырым тултырып тамаша башланырын көтә.

Спектакль башлана. Бер тынала ҡарайҙар. Бына ул аҙағына ла етеп бара.

Сценарий буйынса, Исмәғил Хәлилгә ата. Зал шып-шым ҡала... Бөтәһе лә ҡайғыра... Шул саҡ алғы рәттәрҙә ултырған Маһиямал инәй «Атты, б...т!» тип ҡысҡырып ебәрмәһенме!

"Үлгән" Фидан Ғафаров, был һүҙҙәрҙе ишетеп, сәхнә иҙәнендә ятҡан еренән "терелеп" китә лә көлә башлай. Бар халыҡ һыны ҡатып уға ҡушыла...

Шулай итеп тамаша комедияға әйләнә. Халыҡ спектаклдән ҡайғырып ҡайтыу урынына залдан йылмайып сыға.

Фото: Башдрам.ру

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: