Бөтә яңылыҡтар

Йырсы Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙын оятһыҙлыҡта ғәйепләйҙәр

Айгизә Ғәлимова ла йырлай. Атаһы менән бергә сығыш яһағандары бар. Әле лә билдәле йырсы үҙенең блогында ҡыҙы менән йырлаған видеояҙманы урынлаштырған.  Күптәр аталы-ҡыҙлы артистарҙың талантын билдәләп, уларҙың тауышына һоҡланыуын белдергән. Әммә бер нимә уларға табынған кешеләрҙең кәйефен төшөрөп, асыуын ҡабартҡан...

Йырсы Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙын оятһыҙлыҡта ғәйепләйҙәр
Йырсы Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙын оятһыҙлыҡта ғәйепләйҙәр

Эш шунда: Айгизә бигерәк асыҡ күлдәктә сығыш яһай. Ҡыҙҙың түше лә, эсе лә, бото ла күренә. Кейемдең өҫкө яғы уның тәнен йүнләп ҡапламай.

Был күптәргә оҡшамаған. Хатта кемдер уны сәхнәгә эске кейемдә сығыуҙа ғәйепләгән.

Былай күлдәк матур, әлбиттә. Шулай ҙа йәштәргә бөтә нәмә лә килешә, урынлы тиһәләр ҙә, һеҙ нисек уйлайһығыҙ: сәхнәгә атаһы етәкләп алып сыҡҡан ҡыҙға бындай күлдәк кейергә кәрәк инеме-юҡмы?

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: