Бөтә яңылыҡтар

Йырсы Айҙар Ғәлимов үкенә

Йәш саҡтағы хаталаныуҙар, яңылышлыҡтар һәр кемдең йөрәген өтәлер...

Йырсы Айҙар Ғәлимов үкенә
Йырсы Айҙар Ғәлимов үкенә

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов BFM радиоһына биргән интервьюһында йәш сағы һәм ул мәлдә булған хаталаныуҙары тураһында уртаҡлашҡан.

Башҡорт һәм татар эстрадаһының билдәле йырсыһы тормошта төҙәтеп булмаҫлыҡ яңылышлыҡтар булыуын белдереп, малай саҡтағы үҙенә талаптарҙы ҡатыраҡ ҡуйырға кәрәк ине, тигән.

- Артабан донъя ҡатмарлыраҡ һәм мөмкинлектәр ҙә кәмерәк була бара. Ваҡыттың ҡәҙерен белеү зарур, ул шул тиклем тиҙ үтә. Шуға күрә тормошта һиңә йылмайған бәхетте, һәр бер мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, файҙаланып ҡалырға кәрәк, - тигән ул.

Бына шундай кәңәштәр бирә ул йәш быуынға. Дөрөҫ бит.

Фото: https://vk.com/aidar.galimov

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: