Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2024, 22:20

Өфөбөҙҙө өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле

“Китап” магазинында яңы баҫмалар – Анатолий Чечуханың “Уфимская мозаика” белешмәһе һәм “Уфа моя” тигән китаптар тупланмаһы менән таныштырҙылар. Уларҙы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Башҡортостандың баш ҡалаһына 450 йыл тулыуға арнап сығарған.

Өфөбөҙҙө өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле
Өфөбөҙҙө өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле

Китаптар менән танышырға теләүселәр бик күп ине, хатта “Китап” магазинындағы залда ултырғыстар етмәне. Кисә йәнле аралашыуға әүерелде. Ҡунаҡтарҙы нәшриәттең директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова сәләмләне.

— Барығыҙҙы ла яңыртылған магазиныбыҙҙа күреүгә шатбыҙ. Бында Үҙебеҙ сығарған һәм башҡа нәшриәттәрҙә баҫылған китаптар, сувенирҙар һәм бүләктәр тәҡдим итәбеҙ. Ҡала халҡына ла, ҡунаҡтарына ла бында бик ҡыҙыҡлы буласаҡ, — тине ул.

— Был китапты төҙөгәндә Өфөлә йәшәүселәр ҡалабыҙ урамдарына һәм майҙандарына яңыса ҡарарға һәм ошондай ғәжәйеп урында тыуыуҙары менән ғорурланырға өйрәнһен тип ниәт иттем, — тине Анатолий Чечуха.

Бар донъяға билдәле композитор Петр Чайковскийҙың бер туған апайы Өфөләге ҡайһы йортта йәшәгә, “Свердлов урамы” тигәндә баҫымды ҡайһы ижеккә ҡуйыу дөрөҫөрәк, Рәсәйҙә беренсе булып фантастик әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы Вивиан Итин ниндәй урамда донъяға килгән – Анатолий Львовичтың ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр тураһында сығышын барыһы ла ҡыҙыҡһынып тыңланы.

– Өфөнө өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Телсе ғалимдарға ҡалалағы ер-һыу атамаларының ҡайҙан барлыҡҡа килеүен өйрәнергә тәҡдим итер инем. Был – беҙҙең тарих, уны белергә һәм йәш быуынға еткерергә бурыслыбыҙ, – тине Өфөнө өйрәнеүсе яҙыусы.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин авторҙарға һәм нәшриәткә рәхмәт әйтте.

– Өфөбөҙ менән ғорурланам һәм уның көндән-көн үҙәреүенә, матурайыуына ҡыуанам. Ҡаланың тарихын ентекле һәм ҡыҙыҡлы итеп һөйләгән бындай китаптар Өфөнө нығыраҡ ҡәҙерләргә һәм яратырға өйрәтә, – тине Азамат Ансар улы.

“Уфимская мозаика” белешмәһе төрлө йылдарҙағы фотолар менән биҙәлгән, унда ҡаланың архитектураһы, һәйкәлдәре, урамдары, музейҙары, парктары, уның халҡы һәм үҙенә генә хас мәҙәниәте, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы йәшәйеше тураһында бай мәғлүмәт тупланған.

“Уфа моя” тигән тупланма иһә “Театр һәм концерт залдары”, “Парктар, майҙандар һәм ҡала киңлектәре”, “Архитектура ҡомартҡылары”, “Монументаль ансамблдәр һәм скульптура композициялары”, “Музейҙар” тигән биш китаптан һәм юл өйрәтеүсе картанан тора.

Был тупланманың идея авторы Ирина Әхмәтшина күптән түгел ҡала үҙәгенә килеп урынлашҡан “Китап” магазинын Өфөнөң туристик маршрутына индерергә тәҡдим итте. Әйткәндәй, магазиндың адресы: Ленин урамы, 26-сы йорт. Унда аҙна һайын ошонлай бик ҡыҙыҡлы осрашыуҙар уҙып тора.

Автор фотолары.

Өфөбөҙҙө өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле
Өфөбөҙҙө өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле
Өфөбөҙҙө өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле
Өфөбөҙҙө өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле
Өфөбөҙҙө өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: