Бөтә яңылыҡтар

Яңы йылда башҡортса яңы фильм ҡарағыҙ: "Вахта"

Ошо байрам көндәрендә яратып ҡараған кинобыҙ бар. Ә бына әле генә беҙҙең Күгәрсен районында төшөрөлгөн фильм экранға сыҡты. Уның режиссеры 26 октябрҙә...

Яңы йылда башҡортса яңы фильм ҡарағыҙ: "Вахта"
Яңы йылда башҡортса яңы фильм ҡарағыҙ: "Вахта"

Күгәрсен район Мәҙәниәт йорто режиссеры Фәимә Аҡъюлова Күгәрсен телестудияһы менән берлектә яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың "Вахта" повесы буйынса фильм төшөрҙө. 

26 октябрҙә Фәимә Минийәр ҡыҙы: "Хәйерле сәғәттә! "Өстаған" халыҡ киностудияһы менән яңы 10-сы фильмыбыҙҙы төшөрә башланыҡ. Актерҙар районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан: Ҡалдар, Мәҡсүт, Хоҙайбирҙе, Тәүәкән, Юлдыбай, Бикбулат, Санъяп, Яңауыл, Мораҡ".

Декабрь уртаһында иһә режиссер фильмдың тизерын тәҡдим итеп, оҙаҡламай экрандарға сығыр, тигән өмөтөн белдергәйне. Әле Яңы йыл байрамы алдынан халыҡ был фәһемле киноны ҡарап кинәнде. Актерҙар халыҡсан, оҫта уйнай.

Фильм илап ҡарарлыҡ. Рәхим итегеҙ!

Фото һәм видео: Ф. Аҡъюлованан - https://vk.com/id260008445

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: