Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров “Туған тел” телеканалындағы “Сер итеп кенә” тапшырыуына биргән интервьюһы барышында никахһыҙ тыуған ҡыҙы тураһында һөйләгән. Фидан Ғафаров 60 йәшендә тағы берҙе атай булған.
- Ҡыҙым тыуыуы минең өсөн тормоштоң һынауы тип тә, бәхет тип тә әйтергә була, сөнки бала, айырыуса ҡыҙ бала, үҙенең бәхете, үҙенең ризығы менән тыуа. Шуға ла мин уны ташлап китмәнем, үҙ фамилиямды бирҙем.
Минең юбилейымда бик матур итеп шиғыр һөйләне ул, хатта артистар ҙа улай һөйләй алмай. Бик иҫтәре китеп, мөкиббән китеп ҡаранылар инде уны. Шулай һәләтле булып тыуған.
Баланы ғаиләм дә һәйбәт ҡабул итте. Фәриҙәм аңланы. “Баланы ташлап китмәйһең, бергәләп ҡарайыҡ”, – тине. Был хәлгә бала ла ғәйепле түгел, Фәриҙә лә ғәйепле түгел. Беҙ – ир-аттарҙың шаталаҡ булыуы, уйламайынса эш итеүе, эмоцияларға бирелеүе һөҙөмтәһе тип уйлайым инде мин быны, – тип һөйләне ул.
Фидан Сафа улы быға тиклем биргән интервьюларында Самира исемле ҡыҙы үҫеүе, был хаҡта ғаиләһе – ҡатыны Фәриҙә ханым да, улы Азамат та белеүе хаҡында әйткәне бар ине.
“Ҡыҙым тураһында ҡатыным да белде, улым да белә. Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итешеп йәшәйбеҙ”, - тигәйне халыҡ артисы бынан бер нисә йыл элек "Интертат"ҡа биргән интервьюһында.
Былтыр май айында Фидан Сафа улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙының тыуған көнө айҡанлы матур яҙма менән дә уртаҡлашты. "2009 йылдың 8 майында донъяға килде Ғафарова Самира Фидан ҡыҙы. Бөгөн минең берҙән-бер яратҡан ҡыҙымдың юбилейы – 15 йәш. Тыуған көнөң менән, балам!" тигән ине ул.
Әлбиттә, йырсының бындай яҙмалары төрлө кешелә төрлө тәьҫир тыуҙыра, аңлап етмәүселәр ҙә бар, әммә күпселек яратҡан артисының тормошон биҙәп ҡыҙы үҫеүенә шатланыуын белдерә, "Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләмәгеҙ!" тип яҙа улар.
Фидан Ғафаровтың Самира менән башҡарған матур йыры ла бар. Ул унда уға: "Ҡыҙым - Сулпан йондоҙом!" тип өндәшә. Яратҡан йырсыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ә Самираға бәхетле, матур киләсәк теләйбеҙ!
Өҫтәмә сығанаҡ: intertat.tatar