Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2025, 07:00

"Динәнең әсәһе матур икән..."

Йырсы тамашасыларын да, ирен дә һоҡландырған.

"Динәнең әсәһе матур икән...""Динәнең әсәһе матур икән..."
"Динәнең әсәһе матур икән..."

Йырсы Гөлназ Асаеваның талантына, һылыулығына ғашиҡ тамашасылар күп. Яңыраҡ артист уларҙы йәнә ҡыуандырҙы: социаль селтәрҙә матур фотоһын һалды.

Тамашасылар йылы комментарийҙар яҙған. "Шаҡ ҡатмалы, Динәнең әсәһе матур икән", - тип ире Вилдан Шәмсетдинов та үҙенең һоҡланыуын белдергән. Әлбиттә, йәштәр йәштәрсә ҡылана - кемгәлер оҡшамағандыр ҙа...

Ысынлап та, икәүҙең тормошона ҡуҙ өҫтәр өсөн бер осҡон етә. 2020 йылда ғаилә ҡорған парҙың бер йылдан ҡыҙҙары Динә тыуғайны. "Балаларҙың әсәһе" тип ололоҡлау башҡорт халҡында электән килә.

Ни булһа ла, йәш ғаилә ныҡ булһын, ижади уңыштарға өлгәшеү менән бер рәттән тағы ла күп балалар үҫтерһен!

Фото: Г. Асаеваның сәхифәһенән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас