23 февралдә - Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Башҡортостан юлдаш телеканалы төрлө дәүерҙәрҙәге өс бөйөк яугир тураһында бер юлы өс документаль фильм күрһәтәсәк. Уларҙың һәр береһенең исеменә республика тарихы бәйле.
"Тарихтың тыуыуы" исемле тәүге фильм Өфө ҡалаһының Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл төҙөү тураһында һөйләй. Республиканың баш ҡалаһы үҙәген масштаблы үҙгәртеү этаптары - беренсе таш һалыуҙан алып скульптура композицияһын асыуға тиклем - документаль кинотаҫмала һүрәтләнгән.
Фәнни-популяр фильм "Көс урыны."Торахан" визит үҙәге" Урта быуат Башҡортостаны тарихын һүрәтләй. Картинала Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендәге беренсе объектты төҙөүҙең һәр этабы - Торахан визит үҙәге, төбәк тормошонда сағыу эҙ ҡалдырған тарихи шәхестәр Торахан, Хөсәйенбәк , башҡорт бейҙәре, Евразияның күсмә халыҡтары тураһында ҡыҙыҡлы факттар тураһында бәйән ителә.
Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тирәләй бәхәстәр күп. Ни өсөн ул кәрәк, ни өсөн һәйкәлде постаменттан төшөрөргә кәрәк, ул үҙ урынына ҡайтыр? Ҡурған, постамент, һәйкәлдең суйын тышсаһы, металл каркас ниндәй хәлдә – быларҙың барыһы тураһында документаль рәүештә өсөнсө «Мин ҡайтырмын!» фильмында һөйләнелә.
"Трилогияны әҙерләү өҫтөндә үҙ эшенең белгестәренең ҙур төркөмө эшләй. Улар - режиссерҙар Әлфиә Арыҫланова ,Ләйсән Рамаҙанова, композиторҙар Илшат Хәлилов, Айҙар Хәмзин, Ләйлә Владимирова, дизайнер Айрат Өмөтбаев, һәләтле операторҙар төркөмө», - тип һөйләй проект етәксеһе, фильмдар авторы Гәүһәр Батталова.
Трилогияны Башҡортостан юлдаш телеканалы 23 февралдә ҡарарға мөмкин: 07:45 сәғәттә - "Мин ҡайтырмын!", 12:30 сәғәттә - "Көс урыны."Торахан" визит үҙәге", 19:00 сәғәттә - "Тарихтың тыуыуы".