Алдан яҙыуыбыҙса, Башҡортостан “Һөйөү ҡушып китап бүләк ит” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылғайны. Был сара халыҡ-ара китап бүләк итеү көнөнә арнап, инде туғыҙынсы тапҡыр үткәрелде.
Республиканың 61 ҡала һәм районындағы китапханалар акцияға ҡушылды. Унда 4400-ҙән ашыу китап бүләк итеүсе ҡатнашты, төрлө жанрҙағы 8000 самаһы китап йыйылды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.
Акция Башҡортостандың Милли китапханаһында ла ойошторолған, унда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, 500-гә яҡын китап йыйылған. Бүләк итеүселәр араһында Өфөнөң белем биреү учреждениелары студенттары ла, Башҡортостандың билдәле дәүләт, йәмәғәт, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә булған.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова китапханаға бейеү, һүҙ сәнғәте, башҡорт аш-һыуы йолалары тураһында китаптар бүләк иткән.
– Китаптың элек тә, бөгөн дә, киләсәктә лә иң яҡшы бүләк икәнен бала саҡтан уҡ хәтерләйбеҙ, – тип билдәләне Әминә Ивний ҡыҙы.
«Минең Рәсәй: музыкаль сәйәхәт» Бөтә Рәсәй фестиваленең художество етәксеһе Оксана Федорова фестиваль эше буйынса Өфөлә булғанда акцияла ҡатнашҡан һәм Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһына баҫмалар бүләк иткән.
Акцияла Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығы директоры Ленард Шафиҡовтар ҡатнашҡан. Улар китапханаға төрлө жанрҙағы китаптар тапшырған. Артабан баҫмалар милли әҙәбиәткә ныҡ мохтажлыҡ кисергән китапханаларға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға, оло йәштәге кешеләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә тапшырыла.
Китап бүләк итеү аҙналығы барышында Балалар уҡыу үҙәгендә кескәйҙәргә китапҡа ҡыҫтырма эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолған, ә Башҡортостандың Милли китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы иртәнге «Сәләм» тапшырыуында акция барышы менән таныштырған.
Мәғлүмәт, фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.