Март уртаһынан донъяны шаулатҡан AY YOLA төркөмө "Һомай" йырына клип төшөрә. Ҡайҙамы? "Торатау" геопаркында. Был турала Артур Иҙелбаев хәбәр итте.
"Беҙ уларҙы бөгөн көндөҙ эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы Гордиенко менән биләмәне ҡарап йөрөгәндә тап иттек. Геопарк хеҙмәткәрҙәре уларға барлыҡ уңайлы шарттарҙы тыуҙырырға тырышҡан.
Яңы йырҙар көтәбеҙ!" - тип яҙған ул үҙенең сәхифәһендә.
AY YOLA үҙенең төркөмөндә клиптың май айында донъя күрәсәген хәбәр иткән. Тик комментариҙарҙа шундай йөкмәткелеләре лә бар: "Ул ваҡытҡа йыр популярлығын юғалтасаҡ. Клипты йыр сыҡҡандан һуң бер аҙна эсендә тәҡдим итергә кәрәк. Ә хәҙер иң яҡшыһы - сираттағы шәп йырҙы әҙерләргә".
Ҡарарбыҙ, майҙа нимә булыр. Ул айҙа AY YOLA Ҡаҙағстанға фестивалгә бара, бәлки, тап мәле булыр. Әлегә төркөмдө 12 апрелгә Ҡазанға саҡырғандар.
Фото: https://vk.com/wall324000246_15897