Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Апрель 2025, 09:00

Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты

Кисә, 8 апрелдә Мәскәүҙә, Ҙур театрҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Рахманинов. Ғүмер оҙонлоғондағы симфония” балетын ҡуйҙы. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров барып ҡараны.

Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балетыҘур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты

Башҡорт сәнғәт эшмәкәрҙәренең иң яҡшы әҫәрҙәрен баш ҡала тамашасыһы инде дүртенсе тапҡыр ҡарай. Был – республиканың Ҙур театр менән һөҙөмтәле хеҙмәтәшлеге өлгөһө. Бындай мәҙәни проекттар 2019 йылда Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлағайны.

Спектакль башланыр алдынан тамашасыларҙы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художесво етәксеһе Асҡар Абдразаҡов сәләмләне, Ҙур театрҙың генераль директоры Валерий Гергиевҡа ихлас ярҙамы һәм йылы ҡабул итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе

Республика Башлығы Радий Хәбиров журналистарға интервью биргәндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур театр сәхнәһендәге тамашаларының әһәмиәте тураһында һөйләне.

– Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә сығыш яһау – ул һәр артистың хыялы. Беҙҙең өсөн дә был мөһим ваҡиға, айырыуса труппаның алдағы сығышы 1955 йылда Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрен ваҡытында булғанын иҫәпкә алһаң. Ҙур театр етәкселеге, айырыуса Валерий Гергиевҡа ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ, – тине Башҡортостан етәксеһе. – Мәскәү тамашасыларын йыл да яңы постановкалар менән ҡыуандырырға, ижади уңыштар менән уртаҡлашырға теләйбеҙ.

“Аттила”, “Дон Кихот” һәм “Садко” операларын күрһәттек тә инде. Бөгөнгө балет шул йоланы дауам итә.

Республика Башлығы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры спектаклдәренең йәш таланттар, шул иҫәптән Ҙур театр сәхнәһендә сығыш яһаған Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттары өсөн мөһим икәнен билдәләне.

– Беҙ һәләтле аристарыбыҙҙың үҫеше өсөн иң яҡшы шарттарҙы булдырырға тырышабыҙ. Улар етди әҙерләнә һәм һәр мөһим сығыш алдынан ныҡ тулҡынлана. Бөгөнгө спектаклдә беҙҙең хореография училищеһы студенттары ла бар. Был сығыш улар өсөн бай тәжрибә һәм артабанғы ижади үҫешкә илһам өҫтәй, – тине Радий Хәбиов.

Башҡорт театры балеттарын бик күп тамашасы килеп ҡарай. Әлеге тамашаға килгән ҡунаҡтар араһында федераль власть органдары вәкилдәре, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, ғалимдар, спортсылар ,йәмәғәт эшмәкәрҙәре, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары булды.

18 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Рахманинов. Ғүмер оҙонлоғондағы симфония” балетын Ҙур театрҙың яңы сәхнәһендә лә ҡуя. Был “Алтын Битлек” Рәсәй милли театр премияһының конкурс программаһына ярашлы планлаштырылған. Спектакль бер ыңғай дүрт номинацияла – “Иң яҡшы спектакль. Балет”, “Спектакль ҡуйыусының иң яҡшы эше (балемейстер/хореограф). Балет”, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле. Балет” һәм “Иң яҡшы ир-егет роле. Балет”. – еңеүгә дәғүә итә.

19 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры шулай уҡ “Алтын Битлек” фестивале саралары ваҡытында Ҙур театрҙың сәхнәһендә “Ай тотолған төндә” операһы менән сығыш яһай. Ул тотош һигеҙ номинацияға тәҡдим ителә – “Иң яҡшы спектакль. Опера”, “Иң яҡшы дирижер эше. Опера”, “Иң яҡшы режиссер эше. Опера”, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле. Опера”, “Иң яҡшы ир-ат роле. Опера”, “Иң яҡшы ҡуйыусы рәссам эше. Музыкаь театр”, “Кейем буйынса рәссамдың иң яҡшы эше. Музыкаль театр”, “Яҡтыртыу рәссамының иң яҡшы эше. Музыкаль театр”.

Радий Хәбиров “Алтын битлек”кә әллә нисә номинацияла дәғүә итеү Башҡортостан театр сәнғәтенең юғары кимәленә дәлил булып торғанын айырып билдәләне. “Ҙур театр сәхнәһендә сығыш яһау ҙур оҫталыҡ талап итә һәм беҙҙең артистар был талаптарға яуап бирә, – тине ул.

***

Спектакль һуңынан Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективына ҙур тырышлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ҙур театр менән хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итеп, Башҡортостан  театры әҫәрҙәренең уның сәхнәһендә йышыраҡ ҡуйылыуына өлгәшергә ниәте барлығын әйтте.

– Тамашасыларға ысын ҡәнәғәтлек бүләк итеп, республикабыҙҙы таныулыраҡ итеүгә лә ҙур өлөш индерҙегеҙ. Мин һеҙҙең менән ғорурланам! – тине республика етәксеһе. – “Башҡортостан дуҫтарын йыя” проектын дауам итербеҙ. Ҙур етатрҙың тарихи сәхнәһендә беҙҙең артистар йышыраҡ сығыш яһауына ынтылырбыҙ. Тимәк, һеҙҙән яңы посановкалар көтәбеҙ. Ә беҙ һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер.

Белешмә. “Рахманинов. Ғүмер оҙонлоғондағы симфония” – ике күренештәге балет. Ул бөйөк рус композиторы, пианист һәм дирижер Сергей Рахманиновҡа арнала. Өфө сәхнәһендә композиторҙың һәм бөйөк рус опера йырсыһы Федор Шаляпиндың 150 йыллығына арнап, беренсе тапҡыр 2023 йылдың ноябрендә ҡуйылды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры спектакле ике күренекле сәнғәт эшмәкәренең күп йыллыҡ дуҫлығын сағылдыра.

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/...

Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Ҙур театрҙа – Башҡортостан театры балеты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас