Татар юмор артисы Рәмил Шарапов Өфөлә концерт ҡуйғанда бер инцидент була. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
— Дуҫтар, Өфөләге концерт тураһында ни әйтергә лә белмәйем. Кисерештәр төрлөсә. Концерт матур башланды, әммә бер «ЧП» булды. Беренсе өлөш аҙағында, мин "Өммөгөлсөм"дө йырлағанда бер ҡатын үҙен насар тоя башланы. Ул хатта иҫтән яҙҙы. Мин тамашаны туҡтатып, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте саҡыртырға мәжбүр булдым. Бөтәһе лә ҡысҡыра, сәбәләнә башланы. Баҡһаң, ул етди ауырыу менән сирләгән, — тип һөйләй артист.
Залдан тышҡа сығарғас, ҡатынға хәл инә. Ә Рәмил Шарапов ныҡ ҡына борсола.
— Ни хәл итәһең, тормош беҙ теләгәнсә генә бармай. Бына шулай концерт-«бомба» булды был, – ти артист.