

Өфөлә «Креастан» форумы сиктәрендә ижади проекттар питчингында «Мәҙәниәт» киңлегенең презентацияһы тәҡдим ителде. "Фабрика" унүнивермагына нигеҙ һалыусы Анна Уварованың яңы проекты - күп функциялы арауыҡ, ул республика сәнғәтенең төрлө йүнәлештәрен, шул иҫәптән моданы, туризмды, музыканы, ИТ – технологияларҙы, халыҡ кәсептәрен һ. б. берләштерәсәк.
Үҙ сиратында, «Мәҙәниәт» проекты урындағы етештереүселәрҙе – дизайнерҙарҙы, һөнәрселәрҙе берләштерәсәк, уларға ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға, Рәсәй һәм халыҡ-ара баҙарҙарҙы үҙләштерергә ярҙам итәсәк.
Санкт-Петербург эксперты Дмитрий Тимуршин был башланғыстың төбәкте унан ситтә танытыу һәм тейешле аналитика булдырыу иҫәбенә был өлкәгә инвестицияларҙы арттырыу өсөн әһәмиәтен билдәләне.
«Башҡортостандан Һөнәрселек шоколады» проектына нигеҙ һалыусы Марина Григорьева Стәрлетамаҡта «Мәҙәни код» автор музей-оҫтаханалары кластеры хаҡында һөйләне.
Лабораторияның төп форматы итеп воркшоп һайлана. Беренсенән, практик-ориентирланған алым ҡулланылған һәр команда шунда уҡ программала ҡатнашыу сиктәрендә алынған моделдәрҙе, ысулдарҙы һәм һөҙөмтәләрҙе практикала ҡулланған. Икенсенән, эксперименталь программа сиктәрендә һорауҙарҙы тикшереү юлы менән асыҡларға тәҡдим ителә. Лабораторияның маҡсаты - университеттың файҙаланылмаған майҙансыҡтарын ижади йүнәлешле студенттар берләшмәләре барлыҡҡа килгән ижади киңлектәргә әйләндереү механизмдарын эшләү һәм эшләтеп ебәреү.
Үҙ сиратында, ӨФһТУ-ның Спорт программалау, алгоритмик робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек һәм киберспорт үҙәге директоры Святослав Пегов «Урал йөрәге» башҡорт эпосы нигеҙендә видеоуйын төҙөү проекты хаҡында һөйләне. Авторҙар мауыҡтырғыс сюжет, сағыу персонаждар һәм уникаль көйләү иҫәбенә уйынсылар араһында уңышҡа өлгәшерлек уйын эшләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Проект тәүге сығанаҡҡа – башҡорт эпосына һәм мифологияһына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Питчингта республиканың ижади бизнес лидерҙары, эксперттар, ижади һөнәр вәкилдәре ҡатнашты.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26636/