

Башҡорт дәүләт академия драма театрында легендар актер Фидан Сафа улы Ғафаров иҫтәлегенә ул төп геройҙы уйнаған, 13 йыл сәхнәлә ҙур уңыш менән барған "Бәхет хаҡы" спектакле һуңғы, 199-сы тапҡыр ҡуйылды.
Апрель аҙағында күренекле актер вафат булғас, афишала 3 майҙа торған "Бәхет хаҡы" спектакленә һатылған бер генә билетты ла кассаға кире тапшырмайҙар. Шуға күрә театр етәкселеге спектаклде уйнарға ҡарар итә. Тамаша ғәҙәти рәүештә бара, тик төп герой уйнаған сәхнәләр видеоформатта күрһәтелә.
Спектакль һуңғы тапҡыр күрһәтелде тиһәләр ҙә, күп халыҡ уның дауам ителеүен теләй. Әлеге һуңғы форматтағы тамаша ла, бәлки, бер нисә тапҡыр ҡуйылыр, сөнки билет алып өлгөрмәнем, тип көйөнөүселәр күп. Һәр хәлдә етәкселек һуңғы һүҙен әйтмәгәндер әле.
Ә халыҡ фекере төрлөсә. Кемдер төп ролде Фидан Ғафаровтың улы Азамат уйнаһын тип бара. Кемдер Фидан Ғафаровты бер кем дә алмаштыра алмаҫ, ти: "Фиданһыҙ был спектакль спектакль түгел инде. Ике йыл элек ошо пьесаны ҡарап, Фидан Ғафаровтың матурлығына, талантына, йырҙарына ғашиҡ булып ултырған инем, тағы ла бер барып ҡарармын әле тип йөрөй инем, өлгөрмәнем. Тыныс йоҡла, беҙҙең кумирыбыҙ, легендабыҙ. Иң яратҡан артисым, йырсым, яҡташым минең".
Шуныһы бәхәсһеҙ: Фидан Ғафаровтың вафаты тотош республика өсөн ҙур юғалтыу. Ә ролдәре, йырҙары халыҡ күңелендә йәшәр әле.
Фото: Фидан Ғафаров сәхифәһенән.