

6 майҙа киске сәғәт 9-ҙа "Эй Йола" төркөмөнөң "Һомай" йырына төшөрөлгән рәсми клиптың премьераһы була. Уны Өфөләге "Тинькофф-холл" алдындағы майҙандағы экрандан күрһәтәсәктәр. Тимәк, өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының килеп ҡарау мөмкинлеге бар.
Ә кисә музыканттар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан үҙҙәренең наградаларын алды. Хәҙер Ринат Рамаҙанов - Башҡортостандың халыҡ артисы, ә Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтар - республиканың атҡаҙанған артистары.
Фото: https://vk.com/ayyola.music?from=groups