"Һомай" йырының клибында кемдең аттары төшкән?

Өс көн элек "Эй Йола" төркөмө үҙенең клибын тамашасы хөкөмөнә сығарғайны. Унда Торатауҙы, Ҡуҡрауыҡ шарлауығын, йылҡы өйөрөн дә күрергә була. Аттар һүрәтләнгән өҙөктәрҙең ҡайҙа төшөрөлгәне билдәле булды.

"Һомай" йырының клибында кемдең аттары төшкән?"Һомай" йырының клибында кемдең аттары төшкән?
"Һомай" йырының клибында кемдең аттары төшкән?

Тау һәм шарлауыҡ Ишембай районында булһа, йылҡы өйөрөн Иглин районында барып табалар. Оло Тәләк ауылында билдәле фермерҙар Иҙиәтуллиндар хужалығында, "Уралдағы ранчо" тигән урында, төшөрөлә был эпизодтар.

«Беҙҙең аттар таҙа башҡорт тоҡомло. Клипты төшөрөүселәр беҙҙә бер генә көн эшләне. Һөҙөмтә оҡшаны. AY YOLA төркөмөнә беҙҙең хужалыҡты һайлағандары өсөн рәхмәт. Юртаҡтарыбыҙ тарихҡа инеп ҡалды. Клипты төшөргәндән һуң төркөмдө үҙебеҙҙең ҡунаҡ йортона саҡырҙыҡ, унда һөйләшеп ултырҙыҡ, тыуған яғыбыҙҙы туризм буйынса ла, ижади йәһәттән дә үҫтереү тураһында фекер алыштыҡ", — ти Сәғитйән Иҙиәтуллин.

Фото: AY YOLA төркөмөнөң һәм Сәғитйән Иҙиәтуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәләренән.

Сығанаҡ: https://iglvesti.com/articles/kyltura/2025-05-07/tabun-kfh-idiatullinyh-promchalsya-v-klipe-na-pesnyu-homay-4227993

"Һомай" йырының клибында кемдең аттары төшкән?
"Һомай" йырының клибында кемдең аттары төшкән?
"Һомай" йырының клибында кемдең аттары төшкән?
"Һомай" йырының клибында кемдең аттары төшкән?
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас