Радик Юлъяҡшин ни өсөн Газмановҡа барған?

Былтыр яҙ берлектә йыр башҡарған ике артист Бөйөк Еңеү көнө алдынан йәнә осрашҡан. Яҡташ йырсыбыҙ Рәсәйҙең халыҡ артисы менән төшкө аш ашаған. 

Радик Юлъяҡшин ни өсөн Газмановҡа барған?Радик Юлъяҡшин ни өсөн Газмановҡа барған?
Радик Юлъяҡшин ни өсөн Газмановҡа барған?

Башҡорт эстрадаһы йырсыһы Радик Юлъяҡшин Мәскәүҙә Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов менән ит ҡурғандарын видеоға төшөрөп һалған.

Ә бына ниндәй маҡсат менән осрашҡандары билдәһеҙ. Бәлки, тағы ла хеҙмәттәшлек итергә уйлайҙарҙыр? 

Радик был турала әлегә өндәшмәй. Моғайын, берәй хит әҙерләп яталарҙыр ул? Олег Михайлович Георгий таҫмаһын тағып, Еңеү тигән яҙыулы футболка кейеп алған...

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас