Адель "Форбс" журналы исемлегенә инеүгә дәғүә итә

"Һомай" йыры менән донъяға танылған "Ay Yola"быҙ солисы Адель Шәйхетдинова Forbes журналының иң өмөтлө Рәсәй йәштәрен барлаған "30-ға тиклемге 30" рейтингында дәғүәселәр исемлегенә ингән.

Адель "Форбс" журналы исемлегенә инеүгә дәғүә итәАдель "Форбс" журналы исемлегенә инеүгә дәғүә итә
Адель "Форбс" журналы исемлегенә инеүгә дәғүә итә

Һомай" йыры менән донъяға танылған "Ay Yola"быҙ солисы Адель Шәйхетдинова Forbes журналының иң өмөтлө Рәсәй йәштәрен барлаған "30-ға тиклемге 30" исемлегенә ингән. Унда 30 йәшкә тиклем профессиональ даирәлә танылыу яулаған һәм бөтә Рәсәй йәки донъя кимәлендә уңыш ҡаҙанған йәштәрҙе индерәләр.

"Был танылыу ғына түгел, ә беҙ донъяға алып сыҡҡан идеяның да алға китеше", – тип ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлаша яратҡан төркөмөбөҙ.

https://30-under-30.forbes.ru/2025/536343-adel-sajhitdinova-ay-yola аша үтеп, 20 майға тиклем Адель өсөн тауыш биреп өлгөрөргә мөмкин. "Һомай"ыбыҙҙы хуплап, күтәрмәләп ебәрәйек, дуҫтар!

Фото: "Ay Yola".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас