"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ

Бөтә Рәсәй акцияһында Башҡортостан музейҙары ла ҡатнаша.

"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ
"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ

Иртәгә, 17 майҙа, илебеҙҙәге иң күләмле мәҙәни сараларҙың береһе – "Музейҙар төнө" үткәрелә. Быйылғы акция Бөйөк Ватан һуғышының 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арнала, уның төп темаһы – "Геройҙар". Башҡортостандағы мәҙәни кис МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылын да күҙ уңында тотоп үткәрелә.

Сәнғәт, тарих, мәҙәниәтебеҙ донъяһына сәйәхәт ҡылырға мөмкинлек биргән сарала республикабыҙҙың 100-ҙән ашыу музейы ҡатнаша. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенә генә хас эстәлеккә ҡоролған бай программаһын тәҡдим итә. 

"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! 

Һүрәттәрҙә: Өфөләге Хәрби Дан музейында, Милли музейҙа бай йөкмәткеле саралар ойошторола. Фотолар – учреждениеларҙың рәсми төркөмөнән. 

 

"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ
"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ
"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ
"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ
"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ
"Музейҙар төнө"нән ситтә ҡалмағыҙ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас