

Республика гәзиттәре һәм журналдары 30 майҙа Өфөлә асыласаҡ Китап байрамында приздар өләшәсәк. Һүҙ - «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу хаҡында.
Унда ҡатнашыу өсөн ябай, әммә мотлаҡ шарттар үтәлергә тейеш. Беренсенән, һеҙ һайлаған баҫмаға 2025 йылдың 30 майынан 1 июненә тиклем «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙғарылған көндәрҙә яҙылырға. Икенсенән, гәзиткә йәки журналға ярты йылдан да кәм булмаған ваҡытҡа яҙылырға кәрәк.
Ике отош сараһы була: 31 майҙа 17.30 – 18.00 сәғәттәрҙә Өфөләге Совет майҙанындағы йәрминкәнең Бәләкәй сәхнәһендә; 1 июндә 15.15-15.45 сәғәттәрҙә шунда уҡ - Бәләкәй сәхнәлә.
Һәр отошта уҡыусылар биш приздың береһен яулай ала, улар араһында робот-саң һурҙырғыс, гриль, тостер, блендер, наушниктар бар.
Фото: Ринат РАЗАПОВ.
Авторы: Гүзәл РАЯНОВА.