

Яңауыл районында Фәтих Иҡсанов исемендәге XIII Республика “Моңға бай гармун байрамы” үтте. Йырға һәм тальян гармун моңдарына һөйөү бер майҙансыҡта Башҡортостандың һәм күрше төбәктәрҙең төрлө мөйөштәренән 160-тан ашыу кешене берләштерҙе.
Сара барышында 70-тән ашыу ижади коллектив һәм башҡарыусы үҙҙәренең сағыу сығыштарын тәҡдим итте. Ҡатнашыусылар араһында төрлө быуын башҡарыусылары була: иң өлкән конкурсантҡа — 89, ә иң йәшенә – ете генә йәш.
Белеүебеҙсә, Яңауылда байрам тәүге тапҡыр 2003 йылда уҙғарыла. Ошо йылдар дауамында конкурс бик күп таланттарҙы һәм халыҡ музыка ҡоралдары эшләүсе оҫталарҙы асыҡланы.
Конкурсанттарҙың күрһәтмә сығыштары көнө буйы дауам итте. Ҡатнашыусыларҙы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С. Юлаев ордены кавалеры Хәлит Фәтихов рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы. Баһалама ағзалары араһында профессор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка факультеты деканы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С. Юлаев ордены кавалеры Владимир Суханов, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты Фирҙүс Шәрәфуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нафирә Иҡсанова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең халыҡ ижады бүлеге мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльвира Әхмәтйәнова бар ине.
Абруйлы ҡунаҡтар араһында Фәтих Иҡсановтың ҡатыны – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы Иҡсанова, ҡыҙы – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры режиссеры Айһылыу Фәтих ҡыҙы Иҡсанова, улы – Таһир Фәтих улы Иҡсанов һәм ейәне Әмирхан булды.
– Кискеһен бөтә конкурсанттар киске программаға йыйылды. Ул, традицияға ярашлы, ҡаланың төп урамдарының береһендә кавалькада маршы менән башланды. Ҡатнашыусылар колоннаһы Шыршы майҙанынан Үҙәк майҙанға тиклем гармунда һәм илебеҙ халыҡтарының мәҙәниәтен һәм йолаларын сағылдырған төрлө халыҡ инструменттарында уйнап үтте, – тип хәбәр иттеләр Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлегенән.
Сарала ҡатнашыусыларҙың Бөйөк Еңеүҙең юбилейына арналған Хәрби һәм Хеҙмәт даны монументына һәм Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуы байрамдың айырылғыһыҙ өлөшө һанала.
XIII “Моңға бай гармун байрамы” гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланған. Гран-приға Мишкә районынан Юрий Иликәев һәм Татарстан Республикаһынан Камил Багауиев лайыҡ булған.
Сығанаҡ һәм фотолар: Яңауыл районы хакимиәте.