Радий Хәбиров Бүздәк районында Һабантуй байрамында булды

Бөгөн, 14 июндә, Бүздәк районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципаль һабантуйҙа булды. 

Радий Хәбиров Бүздәк районында Һабантуй байрамында булдыРадий Хәбиров Бүздәк районында Һабантуй байрамында булды
Радий Хәбиров Бүздәк районында Һабантуй байрамында булды

Төбәк етәксеһе халыҡты сәсеү кампанияһының тамамланыуы менән ҡотланы, аграрийҙарға хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бүздәк районы – республикабыҙҙың ныҡлы, берҙәм, көслө муниципалитеты. Бында эшһөйәр, ҡунаҡсыл һәм лайыҡлы кешеләр йәшәй, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Һеҙҙең артабан да әүҙем һәм тотороҡло үҫеш юлында булыуығыҙға ышанам.

Республика Башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Бүздәк районының күп ир-егеттәре хәрби бурысын лайыҡлы һәм ҡаһарманлыҡ менән үтәй. Беҙ уларҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ һәм уларға тәрән рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәре әйтәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. - Илебеҙҙе яҡлап һәләк булған республика кешеләрен бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Улар хаҡында яҡты иҫтәлек мәңге тере!

Радий Хәбиров шулай уҡ Бүздәк районында йәшәүселәргә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Сараның почетлы ҡунағы – Мәскәү өлкәһенең вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин байрамда ҡатнашыусыларға тыныслыҡ һәм изгелек, яңы уңыштар теләне.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Радий Хәбиров Бүздәк районында Һабантуй байрамында булды
Радий Хәбиров Бүздәк районында Һабантуй байрамында булды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас