Республиканың Йәштәр сәйәсәте министрлығы Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына 2023, 2024 йылдар өсөн конкурсҡа материалдар ҡабул ителеүе тураһында хәбәр итә.
Премия 1995 йылда БР Министрҙар кабинеты тарафынан күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 100 йыллығына арнап һәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә өмөтлө йәш ижадсыларҙы дәртләндереү өсөн булдырылған. Ул ике йылға бер нәфис әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, театр, музыка, эстрада, цирк сәнғәте, хореография, кинематография һәм архитектура өлкәһендәге иң лайыҡлы эштәр авторҙарына тапшырыла.
Быйылдан башлап БР Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса премияның күләме арттырылды – хәҙер ул һәр номинацияла 500 мең тәшкил итә.
Дәүләт премияһы тураһындағы Положениеға дәғүәселәрҙең эштәрен баһалау критерийҙарына ҡағылған үҙгәрештәр индерелә.
Тағы бер үҙгәреш – комиссия составын яңы ағзалар менән тулыландырыу.
Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына йәш архитектор, композитор, яҙыусы-шағир, рәссам, йырсы, артистар; театр, кинотеатр һәм башҡа мәҙәни ойошмалар хеҙмәткәрҙәре; бейеү, музыка һәм эстрада коллективтары (биш кешенән артмаҫҡа тейеш) дәғүә итә ала. Конкурста ҡатнашыусыларҙың йәше – 16-нан алып 35-кә тиклем.
Премия тураһында положение һәм документтар өсөн формалар БР Йәштәр сәйәсәте министрлығының рәсми сайтында: https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/ урынлашҡан.
Эштәр 1 июлгә ҡәҙәр, Өфө ҡалаһы Аксаков урамының 2-се йортондағы 411-се бүлмәлә ҡабул ителә. Бәйләнеш өсөн: Кашарных Анастасия Александровна, тел.: +7 (996) 293-19-82, эл. почта: kasharnih.aa@bashkortostan.ru.
Мәғүмәт: https://molodez.bashkortostan.ru/activity/40117/