

Иртәгә, 25 июндә, Өфө ҡалаһындағы “Китап” магазины матур сара үткәрә. Унда теләге булған һәр кем үҙенә һәм яҡындарына «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте тарафынан нәшер ителгән республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙыла ала.
Шулай уҡ «Изге подписка» хәйриә акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Уға ярашлы һәр кем МХО яугирҙәренең яҡындарына һәм мохтаж ғаиләләргә гәзит-журналдарҙы бүләк итеп яҙҙырыу мөмкинлегенә эйә.
Бөтә квитанциялар “Яҙыл һәм бүләк от” уйынында ҡатнашасаҡ. Еңеүсе 2025 йылдың июлендә Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында тура эфирҙа билдәләнәсәк.
Ә иртәгәгә билдәләнгән сара Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса «Китап» магазинында иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем үтә. Рәхим итегеҙ!