+21 °С
Болотло


Йырсы Әнүәр Нурғәлиев тамашасыларына үҙенең сәләмәтлегенә бәйле концерттарын көҙгәсә кисектереп тороуын хәбәр иткән. Күҙ үткерлеген юғалта барған артисҡа офтальмологтар күҙ яҫмығын алмаштырырға ҡушҡан. Тимәк, операция яһатырға кәрәк.
Әлегә ул көҙгәсә сығыш яһамаясаҡ. Шулай ҙа студияла йырҙар яҙҙыра, яңы репертуар әҙерләй.
Йырсыға һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Фото: https://vk.com/anvar_nurgaliiev