Дәүләт оркестры Ҡырымда сығыш яһаны

Республиканың төп академик музыка коллективы Рәсәйҙең иң шәп сәхнәләренең береһе – “Яңы Херсонес” музей-ғибәҙәтхана комплексы биләмәһендәге “Грифон-Арена”ла  концерт ҡуйҙы.

Дәүләт оркестры Ҡырымда сығыш яһаныДәүләт оркестры Ҡырымда сығыш яһаны
Дәүләт оркестры Ҡырымда сығыш яһаны

Рәсәйҙең иң шәп сәхнәләренең береһе – “Яңы Херсонес” музей-ғибәҙәтхана комплексы биләмәһендәге “Грифон-Арена”ла республиканың төп академик музыка коллективы концерт ҡуйҙы. Ул рәсәйҙәрҙең айырыуса йылы мөнәсәбәтенә лайыҡ төбәктә – Ҡырымда урынлашҡан. Асыҡ һауалағы заманса амфитеатр 1200 кешегә иҫәпләнгән.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт академия симфония оркестры һәм баш дирижеры, республиканың халыҡ артисы Дмитрий Крюков Херсонестағы Ҙур сәнғәт фестивалендә сығыш яһаны. Концерт рус композиторҙар мәктәбенең шедеврҙарынан торҙо. П. Чайковскийҙың “Тантаналы коронацион марш”, “Щелкунчик”, “Аҡҡош күле” балеттарынан сюиталар, А. Бородиндың “Кенәз Игорь” операһынан “Ҡыпсаҡ бейеүҙәре” уйналды.Ә оркестр директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин менән бергә уйналған “Оркестр менән кларнет өсөн концерт” кисәнең айырым бер биҙәгенә әйләнде.

– “Росконцерт”ҡа Ҙур сәнғәт фестиваленә саҡырғаны өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Тотош командабыҙ өсөн был концерт – ҙур дәрәжә лә, оторо яуаплылыҡ та. Херсонес рәсәйҙәр өсөн көс алыу һәм дан урыны булып тора, һәм бында уйналған һәр әҫәр тәрән мәғәнә менән тула. Оркестрҙың ижади географияһын киңәйтеүҙе, Рәсәй меннә Башҡортостандың мәҙәниәт тарихына яңы биттәр яҙыуҙы дауам итәбеҙ, – тине оркестрҙың директоры Артур Нәзиуллин.

Дәүләт оркестры Ҡырымда сығыш яһаны
Дәүләт оркестры Ҡырымда сығыш яһаны
Дәүләт оркестры Ҡырымда сығыш яһаны
Дәүләт оркестры Ҡырымда сығыш яһаны
Дәүләт оркестры Ҡырымда сығыш яһаны
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас