"Мин был йырҙы мәрхүмә әсәйемә арнайым" тигәйне...

Әле 25 йәшлек яҡташыбыҙ халыҡ-ара аренала өсөнсө урынды яуланы. Ҡотлайбыҙ!

"Мин был йырҙы мәрхүмә әсәйемә арнайым" тигәйне..."Мин был йырҙы мәрхүмә әсәйемә арнайым" тигәйне...
"Мин был йырҙы мәрхүмә әсәйемә арнайым" тигәйне...

Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән йырсы Эрик Әхмәтов халыҡ-ара аренала 3-сө урын алды.

13 июлдә Беларусь Республикаһының Витебск ҡалаһында XXXIV "Славян баҙары"-2025 халыҡ-ара йәш башҡарыусылар конкурсы тамамланды. Мәскәүҙә меңәрләгән башҡарыусы араһынан тап беҙҙең яҡташыбыҙ илебеҙ исеменән сығыш яһар өсөн жюри тарафынан һайлап алынғайны.

Бөтә ҡатнашыусы илдәр вәкилдәре араһында Эрик өсөнсө урынды яуланы, шулай уҡ славян телендә эстрада йырын иң яҡшы башҡарыуы, башҡарыу оҫталығының юғары кимәле, заманса мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм «ВИТЕБСК-2025» халыҡ-ара эстрада йыры конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Беларусь һәм Рәсәй Союзы Парламент йыйылышының махсус призына лайыҡ булды. 

Эрик Әхмәтов киң ҡатлам тамашасыларға биш йыл элек билдәле булды. Ул "Рәсәй" телеканалында барған "Ну-ка все вместе" музыкаль шоуында ҡатнашҡайны. Ул саҡта 20 генә йәшлек егет 100 кешенән торған эксперттар төркөмөн илатҡайны. Үҙе менән таныштырып, "мин был йырымды ике йыл элек вафат булған әсәйемә арнайым" тине һәм Олег Газмановтың "Әсәй" йырын башҡарҙы. Яҡташыбыҙ финалға үтте.

Бына тағы бер уңыш. Ҡотлайбыҙ!

Фото: Э. Әхмәтовтың шәхси архивынан.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас