Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Август 2025, 10:30

Әнүәр Нурғәлиев ҡатынына кем тип өндәшә?

Ә һеҙгә кем тип әйтәләр? Яратаһығыҙмы шулай хайуан, ҡош йәки "тәмнүшкә" исемдәре менән атағандарын? 

Әнүәр Нурғәлиев ҡатынына кем тип өндәшә?Әнүәр Нурғәлиев ҡатынына кем тип өндәшә?
Әнүәр Нурғәлиев ҡатынына кем тип өндәшә?

Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев ҡыҙыҡлы яҙма менән уртаҡлашҡан.

“Ир-егеттәрҙең (йәки ҡатын-ҡыҙҙарҙың) 70 проценты яратҡандарына үҙ исеме менән түгел, башҡа һүҙ менән өндәшә икән. Ҡиммәтле металл, йәғни алтыным, көмөшөм. 20 проценты хайуандар, ҡоштар исеме менән өндәшә. Мәҫәлән, бесәйем. Ә 10 проценты тәмнүшкәләр исеме менән өндәшә. Улар рәтенә Әнүәр ҙә инә, сөнки мин тормош иптәшемә "емешем" тип өндәшәм”, - тигән йырсы.

Ә һеҙгә кем тип өндәшәләр? Яратаһығыҙмы шулай хайуан, ҡош йәки "тәмнүшкә" исемдәре менән атағандарын?

Сығанаҡ: vk.com/tatar_estrad

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас