

Йәш йырсы Искәндәр Сөләймәновтың йырлағанын ишеткәнегеҙ барҙыр. Әле ул "Яралар" йыры менән "Юлдаш" радиоһының август хит-парадында ҡатнаша.
"Искәндәргә дүрт-биш йәштәр тирәһендә бер инәй "Был егет мотлаҡ әртис буласаҡ. Хәтәр уны ҡыҙҙар яратасаҡ", тигәйне. Унда әле йырламағас, көлөп кенә ҡуйҙыҡ. Матур егет булыры төҫмөрләнә ине былай.
Балалар баҡсаһында йырлағанынан "Атайым" йыры хәтерҙә ҡалған. Эй дәртле бейеп йырлай ине. Артабан уны табындарҙа йырлатып аптырата торғайныҡ. Мотлаҡ сәнғәт юлынан китәсәгенә "Яңы моң" конкурсында еңеүсе булғас ҡына төшөндөк.
Әле минең туғаным "Яралар" йыры менән "Юлдаш" радиоһы үткәргән август хит-парадында ҡатнаша. Әле икенсе урында бара, һеҙҙең ярҙам менән беренсе урынға сығырбыҙ тигән өмөттә ҡалам. Ҡайһы берәүҙәр кеүек роботтарҙы йәлеп итмәй, ысын тамашасы ярҙамында еңергә ине.
Миндә дуҫ булып торғандарҙың яртыһы ғына тауыш бирһә лә, еңеүгә өмөтөм ҙур", - тип яҙа Светлана Иҫәнғолова.
Ә һеҙгә егеттең йырлауы оҡшаймы?
Фото: https://vk.com/iskaiskan